Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә прокуратураға “Башҡортостан сода компанияһы” активтарына дәүләт контролен юғалтыуға килтергән килешеүҙең законлығын тикшерергә ҡушты. “Предприятие шәхси ҡулдарҙа, килем сит илгә сығарыла, үҫешкә инвестициялар юҡ, аҡсалар офшорҙа. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә кәрәк”, - тине ил етәксеһе.
Үткән аҙнала Радий Хәбиров "Башҡортостан сода компанияһын" республика мөлкәтенә күсерергә тәҡдим иткәйне.




