«Өфө» аэропорты – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Мәскәүҙә үткән граждандар авиацияһы күргәҙмәһендә «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты эшмәкәрлеге 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса ике номинацияла билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы аэропорты йәнә «Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы» премияһына лайыҡ булды.

Фото №1 - «Өфө» аэропорты – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр «Өфө» аэропорты Волга буйы федераль округында тәүгеләрҙән булып пассажирҙар һанын 2 миллион 800 меңдән арттырған. Аэропорт эшмәкәрлеге пассажирҙарҙың онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса ла юғары баһаланған. Терминал инфраструктураһы һәм халыҡты хеҙмәтләндереү сифатынан сығып, «Өфө» аэропорты биш «йондоҙ»ҙоң дүртәүһе менән бүләкләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ