Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

“Был монумент башҡорт һәм татар халҡының дуҫлығын тағы ла нығытыр”, - тине тантанала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды
Фото №1 - Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

“Мостай Кәрим һәйкәле беҙҙең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ символына әүерелеренә ышанам”, - тине Радий Хәбиров.

Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Мостай Кәрим һәйкәле шағир исемен йөрөткән скверҙа урынлашҡан. Монументтың скульпторы - Рәсәй рәссамдар берлеге рәйесе Андрей Ковальчук. Уға Татарстан Президентының рәхмәт хаты тапшырылды. Радий Хәбиров һәйкәл авторын Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ