Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Стройиндустрия” ойошмаһы етәксеһе 3 йылға иркенән мәхрүм ителде. Компания Иглин ауылында өс күп ҡатлы йорт төҙөргә тейеш булған. Бының өсөн халыҡтан алдан аҡса йыйылған. Буласаҡ фатир хужаларын 40 миллион һумға алдағандар.
#иглино #дольщики #прокуратурарб





