Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!

Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!

Бөгөн Архангел районы үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсановҡа мемориаль таҡтаташ асыла. Фәтих Хәйрулла улы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Күмәк артистар ҡатнашлығында тамашалар ҡуя.

Фото №1 - Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!

1985 йылда оҫта тальянсыларҙы бер майҙанға туплай. Республикала беренсе тапҡыр тальян байрамы ойошторола. “Ул ижадсы булараҡ һәр саҡ яңы алымдар эҙләне”, - ти режиссерҙың тормош иптәше, “Мираҫ” ансамбле художество етәксеһе Нәфирә Иҡсанова.

Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!

“Атайым яратҡан эшендә уңышҡа иреште. Ғаиләһендә лә бәхетле булды, беҙгә лайыҡлы тәрбиә бирҙе”, - ти Фәтих Иҡсановтың улы Фәрхәт һәм ҡыҙы Айгөл Әбсәләмова.

Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!

Был минуттарҙа Архангел ауылында Фәтих Иҡсанов исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһала. Ярышта йөҙҙән ашыу музыкант ҡатнаша.

#конкурс #архангельский

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ