Райондарҙа делегаттар һайланған. Был турала беҙҙең радиоға биргән интервьюһында ойошма Советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина белдерҙе. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле йыйын онлайн тәртиптә уҙғарыла.
Съезда мөһим мәсьәләләр күтәрелә. Зөһрә Рәхмәтуллина дауам итә.
Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы 2000 йылдың 3 июнендә ойошторола. Ошо уҡ йылда уның беренсе съезы уҙғарыла. Ассамблеяға республикалағы милли-мәҙәни берекмәләр ҡарай.
#ассамблеянародоврб






