Уларҙың 22-е «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары»федераль проектына ярашлы төҙөкләндереләсәк. Арт-квадрат һәм Мостай Кәрим урамында йәшәүселәргә иҫке ағастар алына, юлдар яланғасланып ҡала, тип хәүефләнергә урын юҡ. Проектҡа ярашлы бында йәшелләндереү башҡарыла, ағастар һаҡланыласаҡ. Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт барышы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» федераль проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Мостай Кәрим урамында юлдарҙы капиталь ремонтлау дауам итә. Бер саҡрым ике йөҙ метр арауыҡ юл участкаһы ремонтлау проект буйынса 4 этапта башҡарыла.Тәүгеһе Коммунистик һәм Чернышевский урамына, икенсеһе Чернышевский урамынан Достоевский урамына, һуңғы этап Достоевский урамынан Революцион урамына Яҡутов паркына тиклем.
Тротуар плитәләрен түшәрҙән алда төҙөүселәр өҫкө ҡатламды ентекле әҙерләй. Виброплитә ярҙамында оҫталар ҡом-гравий ҡатламын тығыҙлата. Геотекстиль материал иһә юлға үлән үҫмәһен һәм деформацияланмаһын өсөн һалына.
Мостай Кәрим урамындағы тротуарҙың киңлеге 3 метр 80 сантиметр. Башта 10 cантиметр ҡалынлыҡта ҡомташ-гравий ҡатламы, һуңынан туҡылмаған геотекстиль түшәлә.Өсөнсө ҡатламға иһә 5 сантиметр ҡалынлыҡта ҡом-цемент ҡатнашмаһы йәйелә. Һуңынан ғына тротуар плиткәһе түшәлә.
Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, тәүге өс этапта ҡар һәм ямғыр һыуҙары өсөн канализация һәм борт таштары ҡуйылған.Икенсе һәм өсөнсө этаптарҙа тортуарҙарға плитә һалынған. Юл эсендәге люктар алмаштырылған, кабель юлдары һуҙылған,урамды тышҡы яҡтан яҡтыртыу өсөн ултыртыласаҡ ҡорамалдарға деталдәр ҡуйылған.
Бөгөнгө көнгә 25 юл участкаһында ремонт эштәре бөткән, ә унауһында тамаланыу өҫтөндә Ҡалған юлдарҙа ремонт эштәре 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында тамамланыр тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова.




