Юлдарҙа ремонт дауам итә

7 километрҙан ашыу һуҙылған Иглин – Сыбаҡай – Кәлтә трассаһын төҙөкләндереүгә 220 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Былтыр технологияларға ярашлы ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһы, ваҡ таш ҡатламы түшәлә. Артабан 7 һәм 5 сантиметр ҡалынлыҡта ике ҡат асфальт йәйелә, трасса киңәйтелә.

Периметр буйынса юл ҡоймалары һәм билдәләр урынлаштырыласаҡ. Подрядсы ойошма йыл аҙағына тиклем Сыбаҡай ауылына тиклемге участканы ҡулланыуға тапшырырға ниәтләй. Киләһе йыл яңыртлыған юл Иглин ауылына тиклем барып етәсәк.

Фото №1 - Юлдарҙа ремонт дауам итә

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ