Ворошилов һәм Мәктәп урамдарындағы йорт алды «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләнднрелә. Пандемияға бәйле ремонт мәле бер аҙ кисектерелеп торһа ла, хеҙмәткәрҙәр эш күләмен планға ярашлы башҡара. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Яңы ҡойма, тротуарҙа брусчатка һәм таҙа подъезд Мәктәп урамы йортон тағы ла күркәмлерәк итә. Ихатала үҫкән төрлө төҫтәге сәскәләр Сәрмәҙиә Ғәлләмованың тырышлығы. Ул был йортта 1972 йылдан алып йәшәй. Быға тиклем бында ремонт яһалмай. Шуға урындағы халыҡ «Башҡорт ихаталары» программаһына ҡушылырға теләк белдерә. Комплекслы ремонт сиктәрендә подъезд эсе лә тәртипкә килтерелә. Хәҙер тышҡа сығып эскәмйәлә ултырыуы ла күңеллерәк, ти Сәрмәҙиә Ғәлләмова.
Парковка, физкультура һәм балалар майҙансығын нисек итеп эшләргә? Ял итеү урынын ҡайҙа урынлаштырыу уңайлыраҡ? Бәлки, кер киптереү зонаһын киңәйтергә? Бының барыһын да урында йәшәүселәр үҙҙәре хәл итә. 4 мең квадрат метр тәшкил иткән ихатала 8 күп фатирлы йорт төҙөлгән. Уларҙың берүһе социаль әһәмитәле йорт тип иҫәпләнә. Унда етем, йәки төрлө ауыр томош хәлендә ҡалғандар күсереләсәк. Төҙөкләндереү эштәре ике этапта башҡарыла.
Ремонт эштәре июлдә башлана. Барлығы 4 берәмек техника һәм тиҫтәләгән хеҙмәткәр йәлеп ителә. Проектҡа ярашлы,ихатаны тәртипкә килтереү өсөн яҡынса 23 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Бынан тыш, Баҡалыла «Ҡала мөхите» программаһы буйынса ла эштәр тамамланып килә. Ҡыҙыл партизандар урамында 550 метрға һуҙылған тротуар төҙөкләндерелә. Юлдан иҫке асфаль алына, урынына ваҡ таш, ҡом түшәлә, өҫкө ҡатына брусчатка һалына. Подрядсы ойошма етәксеһе билдәләүенсә, барлыҡ эштәр өсөн юғары сифатлы материалдар ҡулланыла.
Тротуарҙы яңыртыу өсөн 3 миллион 700 мең һум аҡса бүленә. Ремонт май аҙағында башлана. Проектҡа ярашлы объект 30 август ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Беренсе сентябргә эргәлә урынлашҡан мәктәп һәм балалар баҡсаһына халыҡ тап ошо юлдан үтер тигән ниәттә эшселәр.
Әлфинә Килдейәрова.




