Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылында заман талаптары буйынса йыһазландырылғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Әле учреждениела бер нисә ансамбль һәм түңәрәк эшләп килә. Улар өсөн ниндәй уңайлыҡтар барлыҡҡа килгән? БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Люциә Байназарова 40 йыл элек барлыҡҡа килгән «Күндерәккәй» халыҡ фольклор коллективын етәкләй. Улар «Ашҡаҙар таңдары» байрамы, «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһе һәм башҡа район, республика конкурс, фестивалдәр лауреаты исемдәренә лайыҡ. Ерле фольклор ынйыларын һаҡлауға ҙур өлөш индергән ансамбль етәксеһе «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» тигән награда менән бүләкләнде.
Тамаша төҙөкләндереүҙән һуң асылған Йәлембәт мәҙәниәт йортонда үтте. Бында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә яңы музыка ҡорамалдары, техника, сәхнә костюмдары һатып алына. Йыһазландырылған спорт, балалар, комьютер кабинеттары һәм хореография бүлмәһе сафҡа инә. Үҫмерҙәр, йәштәр һәм оло быуын вәкилдәре өсөн махсус ял урындары ойошторола.
Ижад итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Ҡул эштәре серҙәренә Ғәзифә Күскилдина хәҙер инде бер нисә йыл өйрәтә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас түшелдерек эшләү менән шөғөлләнә башлай. Хәҙер оҫтабикәнең коллекцияһында күҙҙең яуын алырлыҡ сигелгән һәм бәйләнгән композициялар ҙа бар.
Заманса йыһазландырылған мәҙәниәт йортонда патриотик тәрбиә биреү өсөн дә айырыуса иғтибар бүленә. Бинала Стәрлебаш районының Советтар Союзы геройы Сафа Хәсәнов иҫтәлегенә музей ҙа үҙ ишектәрен асты. Экспонаттар араһында тиҫтәләгән көнкүреш, һуғыш йылдары әйберҙәре тупланған.Ҡанлы һуғыш йылдары быуындар хәтерендә юйылмаһын, тигән фекерҙә музей етәксеһе.
Йәлембәт клубын йыһазландырыу өсөн яҡынса 3 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Йәмғеһе «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса республикала15 ауылда мәҙәниәт йорто тәртипкә килтерелә һәм йыһазландырыла.
Башҡортостанда «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектында ҡатнашыу өсөн ауыл мәҙәниәт йорттарынан киләһе йылға заявкалар ҡабул ителә. Финанс ярҙам мәҙәниәт учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, ремонт эштәренә, гастролдәр өсөн автобус һатып алыуға йүнәлтелә.
Әлфинә Килдейәрова.





