Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы төбәк операторы алмаштырыла

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы төбәк операторы алмаштырыла

 Һүҙ “Дүртюйлөмелиоводстрой” компанияһы тураһында бара. Ул Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларын һәм төньяҡ-көнбайыштағы 12 районды хеҙмәтләндерҙе. Былтыр сентябрҙә был операторға эшен яҡшыртыу буйынса киҫәтеү яһалғайны. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, компанияның бөлгөнлөккә лә төшөүе ихтимал.

Фото №1 - Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы төбәк операторы алмаштырыла

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был ойошма менән килешеүҙе өҙөргә ҡушылды. Яңы төбәк операторы конкурс нигеҙендә һайлап алынасаҡ. Башҡортостанда сүп сығарыу менән “Эко-Сити”, “Спецавтохозяйство” һәм “Экология Т” компаниялары шөғөлләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ