Был күрһәткес былтырғы ошо осорға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан. Коронавирус пандемияһы сәбәпле халыҡтың фатир йәки йорт һатып алыу мөмкинлеге кәмегән. Шулай ҙа торлаҡ төҙөлөшөндә яңы программалар баҙарҙы йәнләндереп ебәргән.
Льготалы ипотека буйынса республикала 7 миллиард һумға 3 мең 300-ҙән ашыу кредит бирелгән. Башҡортостан “Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булған. Ярты йылда 1 мең ярым кеше ауылда йорт һатып алған.
#госстрой #жилье





