1 сентябрҙә – Белем көнөндә тантаналы линейкалар 1-се, 9-сы һәм 11-се кластар өсөн генә ойошторола. Ҡалған синыф уҡыусыларына байрам онлайн үткәрелә. 2 сентябрҙән бөтәһе өсөн дә уҡыу башлана.
Мәктәптә һәр класс өсөн айырым инеү ваҡыты билдәләнә, тәнәфестәр ҙә бер уҡ мәлдә булмай. Дәрестәр ғәҙәттәгенән ҡыҫҡараҡ үтә. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғарифте үҫтереү үҙәге етәксеһе Булат Зиннуров һөйләй.
#минобр #деньзнаний





