Ростов өлкәһендә “Самбек ҡалҡыулығы” тигән мемориаль комплекс асылды

Ростов өлкәһендә “Самбек ҡалҡыулығы” тигән мемориаль комплекс асылды

Хәрби-тарихи музей төбәкте фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 77 йыллығына арнала. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы осоронан меңдән ашыу әйбер урын алған. Стендтарҙың береһе 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына бағышлана. Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов һөйләй.

Ростов өлкәһендә “Самбек ҡалҡыулығы” тигән мемориаль комплекс асылды
Фото №1 - Ростов өлкәһендә “Самбек ҡалҡыулығы” тигән мемориаль комплекс асылды

1942 йыл аҙағында тарихҡа Сталинград яуы булараҡ инеп ҡалған операция барышында фашистарҙы ҡамауға алғас, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы дошман тылына рейд яһай. Обливская йүнәлешендә беҙҙең атлылар ҙур юғалтыуҙар кисерә.

#ростов #112кавдивизия

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ