Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы Шахтау биҫтәһендә бөгөн яңы белем биреү усағы асылды. 9-сы мәктәп төҙөлөшөн ҡала һәм эргә тирәләге ауылдар халҡы түҙемһеҙләнеп көткән.
Бында 380 бала бер сменала белем аласаҡ. “Мәктәп бөтә талаптарға яуап бирә, заманса йыһазландырылған”, - ти директоры Нәсимә Ҡасимова.
Бөгөн Белем биреү көнөндә республикала 5 яңы мәктәп асылды.





