Өфө районы Чесноковка ауылында урынлашҡан мәғариф учреждениеһы 600 балаға иҫәпләнгән, уның бер өлөшөн мәктәп, икенсеһен балалар баҡсаһы биләй. Республика башлығы билдәләүенсә, был күптән көтөп алынған объект. Сөнки был биләмәлә тулы бер микрорайон ҡалҡып сыҡҡан. Заманса йыһазландырылған «Юлдаш» белем үҙәге иһә проблеманы тулыһынса хәл итә, мәғариф учреждениеһындағы мөмкинлектәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Был асҡысты уҡытыусылар, уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә йылдар буйы түҙемһеҙләнеп көткән. Сөнки Чесноковка ауылының ғәмәлдәге мәктәбе күптән инде уҡыусыларҙы һыйҙыра алмай, балалар бер нисә сменала уҡырға мәжбүр. Шуға күрә ата-әсәләр мәғариф учреждениеһы төҙөүҙе һорап төрлө тупһаларҙы тапай. Урында яңы микрорайон ҡалҡып сыҡҡас проблема тағы ла ҡырҡыулаша, сөнки торлаҡ алыусыларҙың күбеһе йәш ғаиләләр. Шәрәфетдиновтар ғаиләһе лә өс бала тәрбиәләй, улар улдарының заманса шарттарҙа белем аласағына ҡыуанып бөтә алмай.
Яңы белем үҙәге 600-ҙән ашыу балаға иҫәпләнгән, уның төп өлөшө мәктәп, икенсеһе балалар баҡсаһы. Тик бөгөнгө тантанаға уҡыусыларҙың барыһы ла саҡырылмаған, мәктәп ишеген тәүгә үрелеп асҡан беренселәр һәм сығарылыш синыфтары.
«Юлдаш» белем үҙәген сафҡа индереүгә 456 миллион һум аҡса тотонолған, уның бер өлөшө федераль ҡаҙнанан. Республика башлығы белдереүенсә, заманса мәғариф учреждениеларын төҙөү киләсәктә лә дауам итәсәк. Балалар һау-сәләмәт, белемле булып үҫергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
Белем үҙәге яңы, иркен генә түгел, заманса ҡоролмалар менән дә йыһазландырылған. Башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Искәндәрова әйтеүенсә, әлеге быуын уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырыу еңел генә түгел, улар менән эшләү өсөн ошондай технологияларҙың булыуы мотлаҡ.
Әлбиттә, был уҡыу йылында уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләргә тура килә. Белем биреүҙән башҡа сәләмәтлек хаҡында ла ҡайғыртыу шарт.
Мәктәпкә ингән ерҙә иһә медицина инспекторҙары тикшереү үткәрә. Был бурыс Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына йөкмәтелгән. Альберт Шакиров пандемия башланғандан алып ковид госпиталдәрҙә эшләгән, шуға күрә йәш белгестең тәжрибәһе етерлек.
Белем үҙәгендә балаларҙың күпләп тупланыуын, аралашыуын кәметеү маҡсатында тәнәфестәр төрлө ваҡыттарға ҡуйылған, бынан тыш барлыҡ запас ишектәр асып ҡуйылған, социаль арауыҡтар билдәләнгән. Республика башлығы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен етди күҙәтеү бурысын ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова.




