Уны асыу сараһында республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Бында Башҡортостандың 27 район-ҡалаһынан 160 уҡыусы белем ала. Уларҙың 33-сө – ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм балалар.
Мәктәп-интернат 1962 йылда төҙөлә, дүрт йыл элек объект авария хәлендә тип таныла. Яңы корпусты төҙөү проекты Республика адреслы инвестиция программаһына индерелеп, 366 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Ике йыл элек иҫке комплекс урынына 190 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм интернат төҙөлә. Бинала спорт, тамаша залы, оҫтаханалар урынлашҡан. Яңы уҡыу йылы менән мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен һәм педагогтарын Радий Хәбиров ҡотланы.
Тантананан һуң республика етәксеһе уҡыу кабинеттарын, ятаҡ һәм ашхананы ҡараны, интернат коллективы менән аралашты. Яңауыл коррекция мәкәтәбе – республиканың төньяҡ-көнбайышында аҡылға зәғиф балаларҙы уҡытыу һәм дауалау-профилактик ярҙам күрһәтеүсе берҙән-бер урын. Был турала учреждениеның директоры Нуриҙә Хафизова белдерҙе. Башҡортостан башлығы 2024 йылға тиклем ошодай уҡ муниципаль-ара үҙәк булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәмзиә Кәримова.




