Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, авария алдынан «Лада Приора» автомобиле водителе полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға теләгән булған. Әммә юғары тиҙлектәге транспорт сараһы Ленин урамы боролошонда юл ситендәге ағасҡа бәрелә.
Фажиғәле осраҡ буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Һәләк булыусыларҙың шәхестәре асыҡланған.




