Уға йәнәһе лә банктан шылтыратҡандар, картаһы аша мутлашыусылар ҡайһы бер операциялар эшләүе тураһында иҫкәрткәндәр. Студент ҡыҙ ялған хеҙмәткәр ҡушҡандарҙы үтәгән, телефонына тәҡдим ителгән вирусҡа ҡаршы программа урынлаштырған.
Билдәһеҙ кешеләр ҡыҙҙың картаһы тураһында мәғлүмәт алғас, онлайн кредит операцияһы эшләгән һәм 1 миллиондан ашыу аҡсаны үҙҙәренә күсергән. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.





