Ултырыш Өфө дәүләт нефть-техник университеты нигеҙендә үтте. Унда яғыулыҡ-энергетика тармағын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Ултырыш алдынан Радий Хәбиров уҡыу йортоноң Инжиниринг үҙәгендә булды.
Бында нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар уйлап табыла, шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика тармағы ойошмалары өсөн техник экспертиза үткәрелә. Ултырышта мәғариф, фән һәм сәнәғәт араһында хеҙмәттәшлек темаһы күтәрелде. Өфө дәүләт нефть-техник университетта илдәге башҡа вуздар менән берлектә донъя кимәлендәге Фәнни үҙәк булдырырға ниәтләй. Инжиниринг үҙәге ҡаҙаныштары ғәмәлдә лә киң ҡулланыу таба, уҡыу йорттонда инновацион алымдар файҙаланыла. Радий Хәбиров вуз эшмәкәрлеген юғары баһаланы, Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы.
#хабиров #промчас





