“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе “Реаль эштәр көндәре” акцияһын иғлан итте. Уның барышында теләгән һәр кем үҙ урамы, ихатаһы, ауылы йәки ҡалаһында киләһе йылда төҙөкләндерелергә тейешле объекттарға һайлай ала. Тауыш биреү 25 сентябргә тиклем бара.
“Реаль эштәр” проекты республикала 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 5 меңдән ашыу халыҡ наказы үтәлгән. Тауыш биреү буйынса тулыраҡ мәғлүмәт “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе рәсми сайтында.
#реальныедела #еррб





