Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 884 миллионһумаҡса йүнәлтелгән. Берҙәм меню әҙерләнә, шул уҡ ваҡытта сәләмәтлеге буйынса туҡланыуҙа сикләүҙәре булған балалар ҙаиғтибарға алына. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Мәктәп ашханаһында хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар юғары. Ҡулдар таҙа булыуҙан тыш, социаль дистанция һаҡларға кәрәк. Уҡыусылар бер ни тиклем юғалып ҡалғандай тойола, белем усағы менән оҙайлы айырылышыуҙан һуң ниһайәт, тәүге уҡыу аҙнаһы башланды. Өфөләге 162-cе полилингваль күп профилле мәктәптә быға тиклем өҫтәл артында алтышар-һигеҙешәр бала ултырһа, хәҙер был һан ике тапҡырға кәметелгән.
Республикала башланғыс синыф уҡыусылары йылы аш менән бушлай тәьмин ителә башланы. Бер рацион 55 һумға иҫәпләнгән. Санитар талаптарға ярашлы ун көнлөк Берҙәм меню төҙөлгән. Уны әҙерләгәндә ата-әсәләрҙең теләктәре лә иҫәпкә алынған. Ризыҡтарҙа аҡһым, май, углеводтар буйынса тигеҙлек һаҡлана.
Сәләмәтлеге буйынса айырым туҡланыуға мохтаждар өсөн диетик меню төҙөлгән. Һүҙ шәкәр диабеты, фенилкетонурия һәм аллергиянан яфаланған балалар хаҡында бара. Өфөлә уҡыусыларҙың сифатлы һәм файҙалы ризыҡ менән тәьмин ителеүе өсөн балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге яуаплы. Ойошма хеҙмәткәрҙәре мәктәпкәсә учреждениеларҙы ла йылы аштары менән ҡыуандыра.
Ярымфабрикаттар цехында эш тәүлек әйләнәһенә
туҡтамай. Фарш сығарып ҡына өлгөр, котлет, тефтели автоматик режимда әҙерләнә. Барлыҡ ит продукцияһы Башҡортостанда етештерелгән.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Өфөлә генә 100000 ашыу уҡыусыны сифатлы аш тәьмин итә. 128 мәктәптең яҡынса етмеш проценты ярымфабрикаттар ала. Шул уҡ ваҡытта буфеттары ғына эшләгән 8 мәктәпкә әҙер продукция килтерелә
Башҡортостанда ауыл хужалығы етештереүселәре һәм социаль туҡланыу операторҙары араһында кооперациялар ҙа ойошторола башланы. Урындағы һөт, ит продукцияһына, йәшелсә, емеш-еләктәргә өҫтөнлөк бирелә.
Республика Хөкүмәте тарафынан мәктәп ашханаларында инфраструктура булдырыуға 165 миллион һум бүлгән. Пищеблоктарҙа капиталь һәм косметик ремонт ойошторолған, кәрәкле технологик ҡорамалдар һатып алынған. Социаль туҡланыу индустрияһы белгестәренең һөнәри әҙерлеген камиллаштырыу буйынса ла әүҙем эш алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина




