Капиталь ремонттан һуң тәүге Белем көнө

Өр-яңы көрәш залы. Мәктәп тарихында ике беренсе класс. Республика уҡыусылар конкурсы лауреаттарын бүләкләү. Бөрйән районы Байназар мәктәбендә Белем көнө ваҡиғаларға бай булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бөрйән районы Байназар урта мәктәбендә быйыл тәүге ҡыңғырау 28 бала өсөн яңғыраны. Белем усағы тарихында тәүге тапҡыр бер юлы ике класс ҡабул иттеләр. Кескәйҙәр капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән заманса бинала белем аласаҡ.

Заманса уҡыу шарттары менән бер рәттән уҡыусылар өр-яңы көрәш залына эйә булған. Тимәк, Байназар көрәшселәренең даны тағы ла артасаҡ. Быйылғы уҡыу йылында «Үҫеш нөктәһе» федераль программаһы буйынса ла ныҡлап шөғөлләнмәкселәр. Районда һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре икәү генә, береһе Байназар мәктәбендә ойошторолған.

Төрлө ҡорамалдар алдыҡ. Улар иҫәбендә – интерактив таҡта, мобиль класс уҡыусылар өсөн, уҡытыусыларға ноутбуктар, башҡа йыһаздар. Технология буйынса күп кенә инструменттар килде.

Байназар мәктәбендә уҡыусыларға заманса белем биреү менән бер рәттән боронғо кәсептәрҙе лә өйрәтәләр. Шул маҡсатта йылҡы, һыйыр малы аҫырайҙар, бал ҡорттары үрсетәләр, пилорама тоталар. Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ҙә педагогик коллективтың төп бурыстарынан. «Йәшлек» гәзите ойошторған республика конкурсында Байназар мәктәбе уҡыусыһы Зилиә Буранбаева еңеү яулаһа, Сәлимә Дәүләтшина өсөнсө урынға лайыҡ булған. Булат Солтангәрәев исемен йөрөткән мәртәбәле премияны «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков менән ғүмере фажиғәле өҙөлгән талантлы егеттең атаһы Әмир Солтангәрәев тапшырҙы.

Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов һәм башҡа күренекле кешеләр кеүек һәр ваҡыт үҙ халҡын яҡлап сыҡҡан кешеләр бөгөнгө көндә лә бик күп түгел. Йәштәребеҙ улар һымаҡ булырға ынтылһын ине. Булат Солтангәрәев та үҙе бер ҙур маяҡ булып торһон.

Зилиә Буранбаева, Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы

Был бәйгеләр бик ныҡ кәрәк. Сөнки шул бәйгеләрҙән кеше сәмләнә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла, үҙенең маҡсаттарын, хыялдарын тормошҡа ашыра.

Сәлимә Дәүләтшина, Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы

Алтынсы йыл уҙғарылған конкурс быйыл тәүге тапҡыр республика башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранты нигеҙендә үткән.Был Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын ҡала-районына ижади десант ойошторорға мөмкинлек биргән. Тимәк, Булат Солтангәрәев ише лидерлыҡ сифаттары, республика тормошо, уның киләсәге хаҡында өлкәндәрсә төплө фекерләүеменән айырылып торған йәштәребеҙ тағы ла артасаҡ.

Фото №1 - Капиталь ремонттан һуң тәүге Белем көнө

Рәйсә Абдуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ