Башҡортостан йәнә «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафонын ҡаршылай

11 көн дауамында барасаҡ сара бөгөн Нефтекама ҡалаһында асыла. Концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән бергә илдең алдынғы ижади коллективтарының сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни осрашыуҙар көтөлә. Мәҙәни майҙансыҡтарға халыҡ йырҙары жанрында эшләүсе урындағы үҙешмәкәр һәм профессиональ ансамблдәр ҙә ҡушыласаҡ. Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ҙур концерт программаһы көтөлә. Ул 11 сентябргә билдәләнгән.

Фольклориада сиктәрендә, Рәсәйгә, Башҡортостанға донъяның төрлө илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Шуға ла беҙгә юғары әҙерлек эштәрен йәнләндереү мөһим. Был йәһәттән, беҙҙең төрлө милләт халыҡтарының үҙенсәлеген, мәҙәниәтен күрһәтерҙәй  мөмкинлектәр күп.

Надежда Бабкина, Рәсәйҙең халыҡ артисы
Фото №1 - Башҡортостан йәнә «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафонын ҡаршылай

Азат Ғәлиуллин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ