Яҡынса ярты миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Уларҙың 55 меңе тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Юғары әҙерлек режимы булыуға ҡарамаҫтан, беренселәр һәм сығарылыш кластары өсөн тантаналы линейкалар уҙҙы. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Төрлө төҫтәге шар, гөлләмәләр артында едти ҡараш менән беренселәр баҫып тора. Тәү ҡарашҡа бер-береһенә оҡшаш балаларҙы мәктәп формаһы ярҙамында кластарға айырырға мөмкин. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһы быйыл 37 малай һәм 58 ҡыҙҙы ҡабул итте. Улар 3 класҡа бүленгән. Балалар класс етәксеһе артынан тантаналы линейкаға теҙелһә, ата-әсәләр үҙҙәренең мәктәп йылдарын хәтергә төшөрҙө.
Кисәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре уҡыусы роленә әлегә өйрәнә алмаһалар ҙа, киләсәккә маҡсаттар билдәләгән. Оҡшаған фәндәр исемлеге лә асыҡланған.
Оҙайлы дистанцион уҡыуҙан һуң, уҡыусылар, ниһайәт, мәктәпкә ҡайта. Әммә тантаналы лиейкалар барыһы өсөн дә уҙғарылмай. Коронавирус пандемияһы шарттарында балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мәктәптәргә өҫтәмә талаптар билдәләнде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәғариф усаҡтарында күтәреңке кәйеф тантана итте.
Өфөнөң башҡа мәктәптәрендә лә тантаналы линейкаларҙа балалар һаны сикләнгән. Өҫтәүенә, беренселәр һәм сығарылыш класс уҡыусылары өсөн айырым линейкалар ойошторолдо. Был кешеләрҙе күпләп йыймау һәм хәүефле сирҙең таралыуына юл ҡумау маҡсатында эшләнә. Бер сирек интернет аша белем алған уҡыусылар Белем байрамына ихлас әҙерләнгән.
Уҡытыусылар һәм яңы ғына мәктәп ишеген асҡан балалар 11 йылға һуҙылған белем донъяһына сәйәхәт итергә әҙер. Ҡыңғырауҙан һуң уҡыусылар быйылғы уҡыу йылының тәүге дәресенә йыйылды. Башҡа кластар Белем көнөн өйҙә ҡаршы алды. Улар өсөн кластан тыш дәрес дистанцион форматта уҙғарылды.
Әлфинә Килдейәрова.




