Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында яңы мәктәп асылды

Заманса йыһазландырылған белем усағы йәш быуынға рухи-әҡләҡи тәрбиә биреү үҙәге лә булып торасаҡ. Бер ҡыйыҡ аҫтында бәләкәстәр өсөн айырым баҡса ла буласаҡ. Айҙаҡай ауылы халҡының шатлығын БСТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Айҙаҡай ауылы уҡыусылары һәм уҡытыусылары был көндө түҙемһеҙләнеп көткән. Яңы мәктәп төҙөлөшәнә ун йыл элек заявка бирелгән. Әммә проект эштәре төрлө сәбәптәр арҡаһында тотҡарланған. Иҫке мәктәп һүтелгәс, уҡыусылар ваҡытлыса клуб бинаһында белем алған. "Республиканың йөҙ йыллығына йөҙ объект" программаһына ингән төҙөлөш 1919 йылдың декабрендә башланған. Төҙөүселәр ҡырыҫ һауа шарттарына ҡарамай, объектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырған. Ауыл халҡы,  ата-әсәләр төҙөүселәргә ҙур ярҙам күрһәткән. Бөгөн тантаналы шарттарҙа айырыуса тырышлыҡ һалғандарға "Берҙәм Рәсәй" партияһының Рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Айҙаҡай мәктәбе 60 уҡыусыға иҫәпләнгән, бында шулай уҡ бер ҡыйыҡ аҫтында 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла эшләйәсәк. Быйыл яңы мәктәп бинаһында Белем көнөн 48 уҡыусы ҡаршыланы. Уҡыусылар заманса йыһазландырылған мәктәптә  белем алыуҙарына ихлас шатлыҡ тойғолары кисерә.

 Яңы мәктәптә беренсе класҡа һигеҙ уҡыусы ҡабул ителгән :4 малай һәм 4 ҡыҙ. Уларға башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльза Фәсхиева белем бирәсәк.

Айҙаҡай мәктәбендә теүәл фәндәрҙе өйрәнеүгә лә бөтә шарттар бар. Химия, физика кабинеттары лаборатор эштәр өсөн махсус йыһазландырылған, һанлы технологиялар ҙа  ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, тәбиғи фәндәрҙе һәм телдәрҙе өйрәнеүгә, хеҙмәткә йәлеп итеүгә  лә бөтә уңайлыҡтар булдырылған.

Айҙаҡай ауылындағы яңы мәктәп заманса оҫтаханалар менән дә йыһазландырылған. Ҡыҙҙар тегергә һәм аш-һыу серҙәренә өйрәнһә, егеттәр ошо станоктарҙа токарь һәм ағас эшкәртеү һөнәрен үҙләштерә.

Спорт залы мәктәптең айырым ғорурлығы. Ул йыһазландырыуҙа хатта баш ҡаланың билдәле спорт үҙәктәре менән ярыша ала.

Төҙөлөштә заманса материалдар ҡулланылды. Улар балалар һаулығына зарар килтермәй, экологик яҡтан таҙа. Мәктәптең спорт залында иһә " Өфө -Арена" лағы кеүек махсус иҙән түшәлгән. Был ҡулланыуҙа хәүефһеҙ, таймай һәм уңайлы.

Семен Исачкин, подрядсы ойошма етәксеһе

Мәктәп автоном ҡаҙан ярҙамында газ яғып  йылытыласаҡ. Балалар баҡсаһы өсөн айырым спорт һәм уйын  майҙансығы ҡоролған. Лицензия алыу менән ул балаларҙың шат тауыштарына күмеләсәк. Футбол, баскетбол, волейбол һәм резина япмалы  йүгереү майҙансығында Айҙаҡай уҡыусылары спорт менән шөғөлләнәсәк. Ҡыҫҡаһы, яңы белем усағында тырышып уҡыу, физик яҡтан һау-сәләмәт булып үҫеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

Фото №1 - Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында яңы мәктәп асылды

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ