“Евразия йөрәге”

“Евразия йөрәге”

Өфөлә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә популяр Рәсәй йырсылары килә. Тамаша “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында 11-12 сентябрҙә үтә. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 11 сентябрҙә Милли кейем байрамы, “Ҡурайфест”, “Этнотөн” һәм Надежда Бабкина етәкселегендә “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны үтә.

Фото №1 - “Евразия йөрәге”

Ошо уҡ көндә “Бурановские бабушки” төркөмө һәм йырсы Пелагея сығыш яһай. 12 сентябрҙә “Евразия йөрәге” фестивале программаһын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итә. Унда эстрада-джаз оркестры оҙатыуында танылған опера йырсылары Асҡар Абдразаҡов, Любовь Казарновская сығыш яһай. Концертта шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов ҡатнаша. Юбилейлы 5-се фестиваль сағыу фейерверк менән тамамлана, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ