Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мәсьәләһе буйынса район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеокәңәшмә үткәрҙе. 2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы исеме аҫтында үтә. Шуға урамдарҙы таҙа тотоу, юлдарҙы ремонтлау, ҡоймаларҙы тәртипкә килтереү һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тип белдерелде кәңәшмәлә.
Быйыл 2 мең 185 подъезды төҙөкләндереү ҡарала. Әле план 70 процентҡа үтәлгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы бөтә район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә 4 муниципалитетта – Краснокама, Салауат райондары, Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларында эш тамамланған.





