Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар

Был проект дәүләт программаһы нигеҙендә миллион һумға тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың ут күршеләре Силәбе,Курған,Һамар, Ырымбур, Һарытау өлкәләре, Пермь крайындағы китапханаларға һигеҙ мең дананан ашыу китап оҙатыла.

Акцияның маҡсаты – илебеҙ төбәктәрендәге милләттәштәребеҙгә рухи-мәҙәни ярҙам күрһәтеү. Китаптар араһында башҡорт классиктары әҫәрҙәре, фәнни китаптар, һүҙлектәр һәм балалар әҙәбиәте бар. Исемлектә бөтәһе 86 китап. Улар Рәсәй төбәктәрендәге 18 китапханаға бүленгән.

Фото №1 - Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә туған телдә китаптар

Гүзәл Борханова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ