Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльмира Юлдашбаева көндәлек кейемдә лә милли биҙәктәр ҡулланыуҙы хуплай. Ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аксессуарҙар тегә.
11 сентябрҙә Башҡортостанда милли кейем көнө үтә. Уға арналған сараларҙың күбеһе онлайн форматта була. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.






