“Ағиҙел” журналы Сабир Шәрипов исемендәге конкурс иғлан итте. Баҫманың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин белдереүенсә, ижади ярышта еңгән авторҙарға аҡсалата приз тапшырыла.
“Ағиҙел” журналының ноябрь һаны тулыһынса хикәйәләрҙән торасаҡ. Сабир Шәрипов исемендәге конкурсҡа киләһе йылдың декабрендә йомғаҡ яһала.






