Ул Иҫке Балтас ауылында сәнғәт мәктәбендә уҡыта. “Халыҡ йыры уңышҡа ирешергә ярҙам итте”, - тип иҫәпләй педагог.
Рәзидә Әхмәтова байтаҡ республика йыр бәйгеләре, шул иҫәптән “Юлдаш” йыры” конкурсы лауреаты. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ та танылған. Йырҙарын артистар һәм музыка коллективтары башҡара.






