Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Тамара Ғәниеваның ике томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығы 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.
Әҙибәнең ижады туған башҡорт теле, башҡорт халҡының тарихы һәм йолаларына хөрмәт, ғорурлыҡ тойғолары менән һуғарылған. Тамара Ғәниева – 12 лирик-драматик поэма, Салауат Юлаевҡа арналған шиғри мелодрама авторы. Шағирә үҙе әйтеүенсә, һәр ваҡыт башҡорт халҡының рухи донъяһы өсөн оло яуаплылыҡ тойоп ижад итә. Былтыр Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙына Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Быйыл яҡташтары республикала Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премия булдырырға ҡарар итте.
Гөлдәриә Йосопова.





