Баш ҡаланың Якутов паркында милли мәҙәниәттәр фестивалле үтте. Сара даими рәүештә уҙғарыла, уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.
«Азия моңдары» фестивалендә тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк йырсылары, бейеүселәре үҙҙәренең милли-мәҙәни байлыҡтары менән таныштыра. Азия халыҡтарының ижад емештәре моңлолоғо, дәртлеге менән айырылып тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан күп милләтле төбәк һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың һәммәһенә лә үҙ мәҙәниәтен үҫтереү, күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр бар. Сара уларҙы дуҫлаштырыу, берләштереү майҙаны. Киләһе аҙнала Кавказ халыҡтарының милли-мәҙәни фестивале лә уҙасаҡ.
Рәмзиә Кәримова.





