Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров тариф үҙгәреше менән таныштырҙы. 1 сентябрҙән халыҡҡа күберәк түләргә тура киләсәк. “Хаҡ артыуы төбәк операторҙарына ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстары төҙөргә һәм сифатлыраҡ хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирергә тейеш”, - тине Урал Искәндәров.
Республика Башлығы Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артыуы сәбәбен халыҡҡа аңлатып биреү мөһимлеген белдерҙе. Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айына бер йәки ике тапҡыр ғына сығаралар. Шуға Радий Хәбиров халыҡ хеҙмәт күрһәтеү осрағы буйынса ғына түләргә тейеш тигән тәҡдим индерҙе.
Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тариф илдә иң түбәнгеләрҙән булды. Төбәк операторҙары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы яйға һалғас, сүп-сарҙы эшкәртеү өсөн хаҡты арттырыу кәрәклеге барлыҡҡа килде.
#хабиров #оперативка #мусор





