Ҡышҡы мәктәп каникулдары – саңғы миҙгеленә ярашлы

Һуңғы арала Дәүләт Думаһына тәү ҡарашҡа сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тәҡдимдәр индерелә. Мәҫәлән, вице-премьер Александр Хлопонин фекеренсә, саңғы миҙгеленә тап килһен, ғаиләләр тау саңғыһы курорттарында ял итеүҙе планлаштыра алһын өсөн Рәсәйҙә ҡышҡы мәктәп каникулдарының һығылмалы графигын индерергә кәрәк.

Фото №1 - Ҡышҡы мәктәп каникулдары – саңғы миҙгеленә ярашлы

Уныңса, бындай саралар Төньяҡ Кавказда туристик тау саңғыһы курорттарын үҫтереү өсөн мөһим. Вице-премьер Европа илдәре тәжрибәһен миҫал итеп ҡуя: унда властар ҡышҡы мәктәп каникулдарын Альп тауҙарында ҡар яуған мәлгә тура килтерә.

Ростуризм мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда ил эсендә рәсәйҙәрҙең сәйәхәттәр һаны 3% артҡан, йәғни 56,5 миллиондан ашып киткән. Был 2014 йылға ҡарағанда 34% күберәк һәм 2013 йылғы күрһәткестән 75% юғары.

Иң популяр йүнәлештәр иҫәбендә — Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Ҡырым, Татарстан, Чечен республикалары һәм Мурманск өлкәһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ