Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшмәкәрлеге тергеҙелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса быйыл ғына белем усаҡтарында 65 медицина кабинеты йыһазландырылды. «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә асылған кабинеттарҙа 11 меңдән ашыу малай-ҡыҙҙың тештәре тикшерелә. Артабан Флорида Ким яҙмаһында.

Оҙайлы ялдарҙан һуң мәктәп уҡыусылары таныш табипта  тикшереү үтә. Шамонин ауылында  мартта асылған стоматология кабинетында тиҫтәләгән малай-ҡыҙ тештәрен дауалап өлгөрә. Табипҡа инеү өсөн уларҙың ата-әсәләренә алыҫ поликлиникаға йөрөргә кәрәкмәй.

Табип әйтеүенсә, ваҡытында профилактик саралар ҡаралғанда, теш һыҙлау бәләһе һирәк осрай. Мәктәптә йөҙҙән ашыу баланың тештәре тикшерелә. Тәү сиратта сығарылыш синыф уҡыусылары йәки теше һыҙлап мөрәжәғәт иткән балалар ҡабул ителә.

Мәктәптә ойошторолған тикшереүҙә өс баланың һәр икәүһенең тештәре дауалана. Был һандар урындағы медицина ярҙамына ихтыяж юғары икәнен иҫбатлай.  «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә төбәк мәктәптәре 65 стоматология кабинеты менән тулылана.

Мәктәптәге стоматология кабинеты эшмәкәрлеге оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алдағы айҙарҙа яңы кабинеттар башлыса ауыл биләмәләрендә асылырға тейеш тип белдерҙе, сөнки ауылда мәктәп  кабинеты теште дауалау өсөн берҙән-бер үҙәк булыуы ихтимал.

«Ҡанатлан» мәғариф проектына ярашлы мәктәптәрҙә  балаларға белем биреүҙән тыш  өҫтәмә мөһим маҡсаттар үтәлергә тейеш. Күҙ уңында дәрестәрҙән  өҫтәмә билем биреү, ижади тңүәрәктәр ойоштороу кеүек һорауҙар тотола. Малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.

Фото №1 - Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшмәкәрлеге тергеҙелә

Ф.Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ