Башҡортостанда балаларға тәҡдим ителгән бушлай туҡланыу менюһы тикшереү үтте

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы экспертизаһына ярашлы, республика район-ҡалаларында уҡыусыларға  3 төрлө меню тәҡдим ителә. Һәр муниципалитет үҙ районы мәғариф учреждениеһы өсөн тап килгән ризыҡтарҙы һайлап алды.

Санитар талаптарҙы иҫәпкә алып, малай-ҡыҙҙарҙың беренсе йәки икенсе сменала уҡыуы күҙ уңында тотола. Бөтә мәктәптәрҙә лә балаларға әҙерләнгән йылы аш сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре буйынса бешерелергә тейеш. Көндәлек меню ит йәки балыҡ, йәшелсә-емештәрҙән торасаҡ. Законға ярашлы, төбәктә башланғыс синыф уҡыусыларына, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә, мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарға туҡланыу бушлай.

Фото №1 - Башҡортостанда балаларға тәҡдим ителгән бушлай туҡланыу менюһы тикшереү үтте

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ