Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән

Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ун кеше йәрәхәтләнгән. Ике үлемесле аварияла ла руль артында эскән водителдәр ултырыуы билдәле.  Ҡырғыҙ-Миәкә - Бишбүләк трассаһында юл ситенә түңкәрелгән «Volkswagen Tiguan» автомобиленә Әлшәй районында йәшәүсе 21 йәшлек егет идара иткән.

Авария һөҙөмтәһендә 20 йәшлек пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк булған. Руль артындағы ирҙең водитель таныҡлығы булмауы билдәле. Мәләүез районында «Hyundai Accent» автомобиле водителе 34 йәшлек ҡатынды бәрҙерә. Үлемесле аврияла ғәйепләнеүсе ир алкоголде асыҡлау өсөн тикшереү үтеүҙән баш тарта. Уҙған тәүлектә ойошторолған рейд барышында Башҡортостан юлдарында руль артына эскән килеш ултырған 55  водитель ҡулға алынған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ