Милли проект сиктәрендә бина төҙөкләндереү эштәренән тыш, яңы мебель, музыка һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, сәхнә костюмдары менән йыһазландырылған. Ауыл мәҙәниәт йортона оло быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа теләп йөрөй.
Бөгөн унда 8 түңәрәк эшләй. «Йәнтүбәй» башҡорт халыҡ театры төбәктә иң өлгөлө коллектив булараҡ билдәле.
Азат Ғәлиуллин.





