Киләһе аҙнанан либретто яҙыусылар өсөноҫталыҡ дәрестәре башлана. Унда республика, ил кимәлендә билдәле шағирҙар, драматургтар, тәнҡитселәр, режиссерҙар лекциялар менән сығыш яһаясаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәмбалет театры башланғысында старт алған күләмле проект Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды грантына ойошторола. Лабораторияның маҡсаты -музыка һәмәҙәбиәтөлкәләрендә яңы исемдәр асыу, башҡорт фольклорына, тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән заманса милли опералар яҙыу, иң яҡшыларын сәхнәгә сығарыу.
Гөлназ Хәйбуллина.





