Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты буйынса өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына «Миловка паркы» комплексына аҡса бүлеү тураһында мөрәжәғәт әҙерләгән. Ул сентябрь аҙағында ҡарала. Фонд ярҙамында шулай уҡ Стәрлетамаҡ районындағы «Кедровый» торлаҡ комплексында эштәрҙе тамамлау күҙаллана. «Яңы Булгаков» биҫтәһендә сираттағы йорт файҙаланыуға тапшырыла. Ай аҙағына йәнә береһе төҙөлөп бөтөргә тейеш.
Халыҡты иҫке йорттарҙан күсереү буйынса ла фекер алышынды. Әле бигерәк тә 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған торлаҡ менән мәсьәлә киҫкен тора. 195 мең квадрат метр федераль финанслауға эләкмәгән. Башҡортостан башлығы проблеманы ентекләп өйрәнергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөнөң Шота Руставели урамындағы торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар бүлде. Бында күп ҡатлы йорт ихатаһында, яңы йортҡа нигеҙ һалынған. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа мәсьәләне ентекләп өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.
Рафиҡ Әхмәтшин.




