«Аҡ йылға» торлаҡ комплексында йәнә төҙөлөш йәнләнде

Баш ҡаланың Кузнецов затонындағы торлаҡ комплексы төҙөлөшө йәнә йәнләнә. Өлөшләтә төҙөләшкә аҡса индереүселәрҙең дә фатирлы булыу өмөтө уянды. Әле «Аҡ йылға» комплексының А һәм Б секцияларында эштәр тамамланыу алдында. Эске биҙәү эштәре генә ҡалған. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Ағиҙел ярында ғына төҙөлә башлаған «Аҡ йылға» торлаҡ комплексы беренсе кирбесенән үк һатып алыусыларҙы йәлеп итте. Хозур күренеш, үҙәккә яҡын булыуы ла йортто отошло инвестицияға әйләндерҙе. Ләкин төҙөлөш үтә ныҡ оҙаҡҡа һуҙылды. «Госстрой» компанияһының дәүләт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмауы асыҡланды. Уның ҡарауы, дәүләткә алданып ҡалғандарҙың баш бәләһен хәл итергә тура килде.

Тәүге генераль подрядсынан объектты ҡабул итеү алыуға ниндәйҙер ваҡыт талап ителде. Үҙебеҙҙең объект булмағас эштәрҙе ҡапыл башлап китеү мөмкин түгел. Әле төҙөлөш тулы ҡеүәтенә бара. Ихатаны төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Фатир эстәендә биҙәү эштәре бараю

Илдар Мөхәмәтшин, «Садовое кольцо» компанияһының генераль подрядсы хеҙмәте директоры урынбаҫары

Эштәрҙе хәҙер ил баш ҡалаһынан килгән «Садовое кольцо» ойошмаһы дауам итә. Тәүҙә үк үҙебеҙ башламағас ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел, ти төҙөүселәр. Бөлгөнлөккә төшә барған элекке төҙөүсенең эштәрҙе лә еренә еткермәй башҡарыуы күренеп тора.

Шуға ҡарамаҫтан төҙөлөш йылдам бара. Әле торлаҡ комплексының ике секцияһында биҙәү эштәре башланған. Коридорҙар көпләнә, ишектәр яңыртыла, фатирҙарҙа инде электр үткәреү генә ҡалған.

Дөйөм алғанда йорт сифатлы , ти төҙөүселәр. Торлаҡ комплексы тулыһынса үҙ аллы. Йылытыу ҡоролмалары ла үҙәк магистралдән айырым тора. Йәғни, башҡалар һалҡын душ аҫтында йыуынғанда, был йортта йәшәүселәрҙең крандарынан һәр саҡ йылы һыу ағасаҡ.

Үҙаллы ҡаҙанлыҡ булыуы ҙур плюс. Беренсенән хужалар үҙҙәре ҡасан теләй шунда йылы бирҙертә ала. Йылы һыу ҙа һәр ваҡыт буласаҡ. Икенсенән, газ менән йылытыу күпкә арзан да.

Илья Яковлев, «Садовое Кольцо» компанияһы баш инженеры

Күҙаллауҙар буйынса торлаҡ комплексының тәүге ике секцияһы яңы йылға әҙер буласаҡ. Был иһә 8 йөҙҙән ашыу алданған кеше ниһайәт, фатирлы буласаҡ тигән һүҙ. 2023 йылға тиклем иһә компания 2 мең ярым фатирҙы төҙөп бөтөп асҡыстарын хужаларына тапшырмаҡсы.

Фото №1 - «Аҡ йылға» торлаҡ комплексында йәнә төҙөлөш йәнләнде
Башбат

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ