«Тынғыһыҙ кәзә», «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» рус халыҡ әкиәттәребуйынса спектаклдәр ҡуйыла. Шулай уҡ башҡорт фольклорына нигеҙләнеп «Орнамент нимә хаҡында йырлай?» тип исемләнгән проект та әҙерләнә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Маҡтансыҡ та, хәйләкәр ҙә образ. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы миҙгелен «Тынғыһыҙ кәзә» спектакленән башлай. Премьера 19 сентябрҙә үтә. Әҫәр юморға ҡоролған, фәһем алырлыҡ тәрбиәүи мәлдәре күп. Кәзә ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Дудко башҡара. Актриса билдәләүенсә, был образдың эмоциялары тиҙ үҙгәреүсән, шуға тауыш интонацияһын күп тапҡыр үҙгәртергә тура килә. Ҡурсаҡ үҙе лә бик ауыр.
Спектакль музыкаль яҡтан да байытылған, сағыу декорациялар ҡоролған. Пьеса финалына килгәндә, унда үҙгәрештәр индерелгән, кәзә үҙ ҡылығын танып, ғәфү үтенәсәк. Был сәхәнәләштереү өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыр тип көтөлә.
Әлегә артистар 89-сы театр миҙгелен асырға әҙерләнә. Көн һайын репетициялар. Хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар юғары. Битлектә генә инеү рөхсәт ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта социаль дистанция һаҡлау маҡсатында залда тамашасылар һаны ике тапҡырға кәметелгән. Премьераларға килгәндә, сентябрҙә «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» спектакле ҡуйыла. Башҡорт орнаменттары хаҡында ла яңы проект әҙерләнә.
Коронавирус пандемияһына бәйле, «Етем төлкө», «Йәшә» спектаклдәрен дә кескәй тамашасылар күреп өлгөрмәгәйне. Һуңғыһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Унда балалар күҙлегенән һуғыш яланы һүрәтләнә. Афишала был сәхнәләштереүҙәр ҙә ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина.





