Рәсәй студенттары араһында WorldSkills конкурсының һайлап алыу этабы үтә

Эшсе һөнәр һаҡлауға йүнәлтелгән бәйгелә 3 меңгә яҡын йәш кеше ҡатнаша. Конкурс еңеүселәренә донъя стандарттарына ярашлы таныҡлыҡ тапшырыла.

Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжында уҡыусы Рәмил Сәхәбиев йәш һөнәрмәндәр араһында үткәрелгән WorldSkills конкурсында ҡатнаша. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән бәйгелә егет үҙен тәүге тапҡыр һынап ҡарарға була. Студент бер нисә сәғәт эсендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған макетты төҙөп бөтөргә тейеш. 

Ярыш ваҡытында эш кабинетында сит кешеләр булырға тейеш түгел. Шулай уҡ студенттарға ҡамасауларға ярамай, сөнки бәйге һөҙөмтәләре Мәскәү ваҡыты буйынса иҫәпләнә һәм жюри ағзалары конкурс барышын дистанцион форматта күҙәтә.

«Йәш профессионалдар» төбәк чемпионатында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән студенттар ил кимәлендәге бәйгелә үҙ проекттарын яҡлай ала. Еңеүсегә донъя стандарттарына ярашлы эшкә әҙерлек кимәлен иҫбатлаусы паспорт тапшырыла. 1947 йылда Испанияла үткәрелә башлаған конкурс бөгөн күп илдәрҙә иретеп-йәбештереүселәр, токарь, электрик, дизайнер һәм башҡа эшсе һөнәрҙәр араһында оҫталарҙы асыҡларға ярҙам итә.

Фото №1 - Рәсәй студенттары араһында WorldSkills конкурсының һайлап алыу этабы үтә

Флорида Ким.

Волна
Акции БСТ