Сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн түләү хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала

Сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн түләү хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала
Фото №1 - Сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн түләү хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, хаҡтарҙы күтәреү мәсьәләһен ентеклерәк өйрәнеү кәрәк, әле халыҡҡа квитанциялар элекке сумма менән килә. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, сүп-сар реформаһы өҫтөндә әле эшләргә кәрәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте өсөн түләү хаҡы мәсьәләһе 14 сентябрҙә  үҙасаҡ республика Хөкүмәте ултырышында ҡарала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ