Баймаҡ районының Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Баймаҡ районының Ярат ауылында иҫтәлекле ваҡиға, бөгөн төбәктә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Яңы медицина учреждениеһының әһәмиәте хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яңы фельдшер акушерлыҡ пунктын Ярат халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ауылдағы етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән, утын менән йылытылған медицина учреждениеһы иҫкергән. Ә Баймаҡ ҡалаһы менән ара ҡырҡ саҡырымдан ашыу, асфальт юл булмауын да иҫәпкә алғанда был араны үтеү гүр ғазабына тиң

Медицина учреждениеһы адреслы инвестиция программа сиктәрендә төҙөлгән, уны сафҡа индереүгә өс миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Яңы обьект етмеш квадрат метрға яҡын майҙанды биләй, бында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулы шарттар бар. Ауыл фельдшеры Динә Ҡунысбаева әйтеүенсә, Ярат ауылы үҫә, төбәктә өлкән быуын вәкилдәре лә, йәш ғаиләләр ҙә күп. Аҡ халатлы белгес үҙе лә бөгөн тыуған ауылында тәүге эш көнөн үткәрә

Белгестәр әйтеүенсә төбәктә киләһе йылдарҙа ла медицина учреждениеларын сафҡа индереү дауам итәсәк. Кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителә.

Яраттарҙы иһә хәҙер ауылға юл һәм газ үткәреү мәсьәләһе борсой. Ерле халыҡ  уларҙы бөгөнгө осрашыу барышында Республика башлығына ла еткерҙе. Радий Хәбиров проблемаларҙы хәл итеү юлдары барланасаҡ тип белдерҙе.

Фото №1 - Баймаҡ районының Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Рәмзиә Кәримова.

Волна
Акции БСТ