Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина дәғүә итә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Салауат Юлаев премияһына дәғүә итеүселәр исемлеге менән таныштырыуын дауам итә. Әҙәбиәт өлкәһенән Тәнзилә Дәүләтбирҙина «Көҙгө алмалар» тип исемләнгән китабы өсөн дәүләт премияһына тәҡдим ителгән. Унда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Аманат» поэмаһы, шиғыр һәм хикәйәләр ингән.

Үҙен талантлы шағирә, драматург, яҙыусы, тәржемәсе итеп танытҡан замандашыбыҙҙың ижады төрки халыҡ әҙәбиәтендә лә яҡшы таныш. Әҙибәнең күп кенә конкурстар лауреаты булып танылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ул үҙ ижады менән Башҡортостанды сит илдәрҙә лайыҡлы таныта.

Фото №1 - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина дәғүә итә

Азат Ғәлиуллин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ