Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Балалы ғаиләләргә ярҙам” программаһы буйынса үткәрелде. Грантҡа эйә булғандар исемлегендә алты балалар баҡсаһы һәм Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге бар. Социаль ойошма “Бер-беребеҙгә ҡаршы” проектын тәҡдим иткән.
Ул ауылда йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән. Бындай ғаиләләргә психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтелә. “Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенә һәр ғаилә мөрәжәғәт итә ала”, - ти ойошма директоры Ләйсән Ғайсина.
Үҙәктә дистанцион рәүештә лә тикшеренеү үтергә мөмкин. Бының өсөн урындағы бүлексәнең электрон адресына кәрәкле документтарҙы ебәрергә кәрәк.





