Иң яҡшыһы балаларға. Күмертау ҡалаһының Салауат һәмҒафуриурамдарында йорт ихаталарын төҙөкләндереү тамамланды.
«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә йорт алдарында асфальт яңыртылған, парковка урындары эшләнгән, шулай уҡ балалар өсөнйомшаҡ ҡатламлызаманса майҙансыҡ төҙөлгән. Былтыр Күмертауҙа 12 йорт ихатаһы яңыртылған булған. Был юлы проектты тормошҡа ашырыу өсөнмайҙандары берләшкән торлаҡтар һайланған. Был инде төҙөкләндереү эштәрен комплекслы башҡарыу мөмкинлеге биргән.
Гөлдәриә Йосопова.




